Өфөлә дауыл һәм ҡойма ямғыр сауҙа үҙәге янында урынлашҡан йәйге кафены алып ташлай. Ваҡиға 28 июндә теркәлә.
Ел йәйге кафены, ултырғыстарҙы алып ташлай. Был ваҡытта , унда кешеләр булмай. Зыян күреүселәр хаҡында мәғлүмәт юҡ.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 29 июндә, республикаһы биләмәһендә ҡойма ямғыр, көслө дауыл көтөлә.




