Дим районында юлдар ремонтлана. Эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә башҡарыла. «Дортрансстрой» ЯСЙ-һы юл ҡатламын фрезалау эшен тамамланы.
Әлеге ваҡытта заман технологияларын ҡулланып, асфальт ҡатламын һалыу эше бара. Яҡынса өс тонна асфальт һалынған. Барлығы егерме берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Ремонт эштәре ял көндәрһеҙ башҡарыла.Юлды үтә ныҡ сикләмәү маҡсатында, реверсив хәрәкәт итеү эшләй. Эштәр дауам итәсәк.




