Республика йылғаларында бер нисә кеше һыуға бата

Эҫе көндәр башланыу менән һыу буйында ял итеүселәр һаны ла күбәйә. Бының менән бер рәттән, һыуға ингән мәлдә бәхетһеҙ осраҡтар ҙа йышая. Ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар һыуҙан өс кешенең кәүҙәһен сығара.

Фото №1 - Республика йылғаларында бер нисә кеше һыуға бата

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Салауат районында Йүрүҙән йылғаһынан 16 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһен сығаралар. 18 йәшлек егетте Саҡмағош районының Филипповка ауылы янындағы быуала табалар. Шулай уҡ, Дүртөйлө районының Ағиҙел йылғаһында 27 йәшлек ир батып үлә. Уҙған тәүлектә генә өс ир һыуҙа һәләк була. Бәхетһеҙ осраҡтар Белорет, Мәләүез һәм Әлшәй райондарында теркәлә.

Хәүеф артында ир-егеттәр тора. Быйыл һыуҙа батып үлеүселәрҙең 73%-ы –ирҙәр. Уҙған йылда 93 һәләк булғандың 86% -ы ир-егеттәргә тура килә. Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыралар.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ