Өфөлә «ҡара риелторҙар» кешене урлауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепләнә

Урында йәшәүселәргә хөкөм ҡарары сығарыла. Бер юлы алты кеше бер нисә енәйәт эшен ҡылыуҙа- кеше үлтереүҙә, урлауҙа һәм мутлашыуҙа ғәйепләнә.

Ғәйепләнеүселәрҙең береһе бер туған ағаһының йортҡа докуметтарын һәм паспортын урлай. Һөҙөмтәлә, ул паспортҡа бер әшнәһенең фотоһон йәбештерә. Ялған документ ярҙамында, Өфөләге фатирҙың бер өлөшө 430 000 һумға һатыла. Бер йылдан һуң «ҡара риелторҙар» тағы ла сит кешенең милкен тартып алырға уйлай. Улар ике бүлмәле фатир хужаһын урлай һәм документтарын тартып ала. Ир ҡасыуға өлгәшә, әммә уны кире тоталар һәм Өфө-Белорет юлына алып сығып, үлтерәләр. Уның кәүҙәһен ташлап китәләр.

Бынан тыш, банкоматтан 55 000 һум күләмендә аҡса урлайҙар. Юғалған документтар буйынса 25 000 һумға кредит юллайҙар. Ғәйепләнеүселәр 3,5 йылдан алып 18 йылға тиклем иректән мәхрүм ителә. Хәбәрҙәштарына өс йылдан өс йылда өс айға тиклем шартлы рәүештә хөкөм ҡарары сығарыла.

Фото: Интернет