Салауатта прокуратура ҡала дауаханаһында тикшереү уҙғара. Етешһеҙлектәр асыҡлана. Атап әйткәндә, дауаханала кәрәкле медицина ҡоролмаһы һәм янғын хәүефһеҙлеге сигнализацияһы булмай.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер бүлмәләрҙә һәм палаталарҙа янғын сигнализацияһы булмай сыға. Бер нисә бүлмә һәм коридорҙра санитар-эпидимиологик талаптарға яуап бирмәй. Шулай уҡ,яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация бүлегендә яһалма тын алыу ҡоролмаһы һәм ЭКГ аппараты булмай.
Прокурор судҡа мөрәжәғәт итә. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушалар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауахананы тейешле ҡоролмалар менән тәьмин итергә бурыслы.
Фото: Интернет




