Ғәҙәттән тыш хәл, төбәктең Төй йылғаһында теркәлгән. Урындағы халыҡ уны йылғаға зарарлы матдәләрҙең ағып төшөүенә бәйләй. Күпме балыҡ ҡырылыуы әлегә билдәһеҙ.
Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Әлдегә билдәле мәғлүмәттәргә ярашлы, һыу бысраныуға Пермь крайынан Төйгә ҡушылған Ләүен йылғаһы сәбәпсе булыуы ихтимал.




