Уҙған тәүлек эсендә генә водолаздар һыуҙан өс кешенең кәүҙәһен сығара. Салауат районындағы Йүрүҙән йылғаһында 16 йәшлек үҫмер, Саҡмағош районында быуала 18 йәшлек егет һәм Ағиҙел йылғаһында 27 йәшлек Дүртөйлө егете һәләк булған. Шулай уҡ был аҙнала Белорет, Мәләүез, Әлшәй райондарында йылғала батыу осраҡтары теркәлгән.
Хәүеф зонаһында башлыса көслө заттар. Былтыр 93 һәләк булыусының 86 проценты ир-егеттәр булһа, быйыл был күрһәткес 73 процент. Фажиғәле осраҡтарҙың төп сәбәбе - эскән килеш һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй республика һыу ятҡылыҡтарында 75 йыһазландырылған пляж эшләй, уларҙың 19-нда балалар һауыҡтырыу учреждениелары урынлашҡан.




