Әбйәлилдәр ҡоролоҡҡа зарлана

Ямғырҙар булмау сәбәпле, төбәк баҫыуҙарында сәсеүлектәр зыян күрә. Яҙҙың һалҡын килеүе, көслө ел һәм яуым төшөмдөң уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән түбән булыуы арҡаһында шытып сыҡҡан культуралар үҫеп китә алмай, ти Әбйәлил районы баш агрономы Вил Миянов.

Фото №1 - Әбйәлилдәр ҡоролоҡҡа зарлана

Әбйәлил сорт һынау участкаһы баҫыуҙарында ҡоролоҡ һәм эҫе яратыусы культура ноҡот борсағы сәселгән. Әммә ул дә әлеге һауа шарттарында мандып китә алмай ти хужалыҡ етәксеһе Сергей Гусев. Тиҙ арала ямғырҙар яумаған хәлдә, төбәк игенселәре ҙур юғалтыуҙар кисереүе бар.

Май айында көндәр һыуыҡ торҙо, һауа торошоноң боҙолоуы ун алтыларына тиклем дауам итте. Бынан тыш, тупраҡтың өҫкө ҡатламын дауыл ҡоротоп үтте.

Вил Миянов, Әбйәлил районы баш агрономы

Ерҙә дымдың аҙ булыуы сәбәпле күп йыллыҡ үләндәр ҙә әле күтәрелмәгән. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле мал аҙығын әҙерлеү буйынса миҙгел эштәре лә тотҡарлана, ти ауыл эшсәндәре.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ