Өфөлә "Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы" билдәләнде

Ун икенсе йыл ойошторолған бәйгелә быйыл утыҙға яҡын кеше ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыш баш ҡалалағы төҙөлөш объекттарының береһендә барҙы. Конкурс барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Төҙөүселәр аҙ һүҙле. Аңларға була. Бында улар, тәү сиратта, үҙ оҫталығын күрһәтергә килгән. Абруйлы һөнәр эйәләренең эш процессын күҙәтеү үҙе бер кинәнес.

Конкурста ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, кемуҙарҙан төҙөлөш эштәренә тотондо. Бында һәр секунд ҡәҙерле,-ти улар. Сөнки ике сәғәт ярым ваҡыт эсендә объекттың икенсе ҡатындағы стеналарҙы күтәртергә кәрәк.

Ташсылар эш ҡоралдарын үҙҙәре алып килә, ә бына төҙөлөш материалдары бәйгене ойоштороусылар тарафынан әҙерләнә. Кирбес, цемент иретмәһенә ҡытлыҡ булманы. Конкурс комиссияһы ағзалары башҡарылған эш сифатын етди күҙәтте - иң мөһиме бында нормативтарҙан тайпылмау.

Хәҙер тәҙрә төбөн эшләйем дә, тәҙрәгә урын ҡалдырып ике метрға таш күтәрәм. Йорт диуары бына шул була ла инде. Үҙем 10 йылдан ашыу төҙөлөш эшендә хеҙмәт итәм.

Мирас Дәүләтшин, конкурста ҡатнашыусы

Конкурстың практик өлөшө тамамланғандан һуң, ҡатнашыусылар төҙөлөш технологиялары һәм хеҙмәт һағы буйынса теоретик һорауҙарға ла яуап бирҙе. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген юғары баһаланы. Әйткәндәй, был ярыш эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында республикала тәүгә генә уҙғарылмай

– Был көнкурс түгел, ә төҙөүселәр өсөн ҙур байрам. Беренсенән – төҙөүсе һөнәре популярлаштырыла, икенсенән – сифатлы эш күрһәтелә, - тип билдәләй төбәк-ара төҙөлөш союзы президенты Рәйсә Ходжаева

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе бының менән генә сикләнмәй. Артабан Яңауыл һәм Туймазы ҡалаларында төбәктең иң яҡшы штукатуры һәм плитка һалыу оҫтаһы билдәләнәсәк. Ярыш еңеүселәрен ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.