Бөгөн Өфөлә пенсия реформаһы буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

Әлеге ваҡытта пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһында закон проекты Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡарала. Эксперттар билдәләүенсә, Хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән документ ентекле ҡараласаҡ һәм уға үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индереләсәк.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә пенсия реформаһы буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

Атап әйткәндә, алдағы йылдан илдә ауыл пенсионерҙары өсөн льготалар индереү, ошо иҫәптән социаль түләүҙең старховка өлөшөн 25% арттырыу күҙаллана. Депутаттар шулай уҡ коммуналь түләүҙәр буйынса льготаларҙы тергеҙергә тәҡдим итә.

Әлеге пенсия тураһында закон 30 йылдан ашыу стажы булған ауыл пенсионерҙарына 25% өҫтәмә түләү ҡаралған, ләкин аҡса булмау сәбәпле ул заокн эшләмәй. Беҙ 2019 йылдан ошо льготаларҙы тергерҙергә тип Хөкүмәткә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Шулай уҡ ауыл уҡытыусылары, табибтарға ла льготаларҙы тергеҙергә тәҡдим итәбеҙ.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ