Йөк машиналарына сикләү

5 июлдән Рәсәйҙә һауа температураһы 32 градустан юғары күтәрелгәндә йөк машиналарына федераль трассаларҙа йөрөү тыйыла. Фуралар киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем генә йөрөй ала.

Фото №1 - Йөк машиналарына сикләү

"Приуралье" юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, талап ҙур пассажир автобустарына ҡағылмай. Транспорт сикләүе эҫе көндәрҙә асфальт ҡатламын һаҡлау өсөн индерелә һәм 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. Күҙалланыуынса, 32 градустан эҫе көндәр йыш булмаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ