Халыҡ-ара саммитатрҙы нисек итеп төбәк имиджы һәм уның үҫеше өсөн файҙалы итеп үткәрергә. Башҡортостандың был тәңгәлдәге тәжрибәһен ҡарарға Силәбе өлкәһе журналистары килде. Бөгөн улар республикала ШОС һәм БРИКС смаммитарына төҙөлгән мөһим объекттарҙа булды. 2020 йылда саммиттар Силәбелә уҙғарыласаҡ.
Осоу юлы. Был урындан һауа суднолары тиҙлек алып осоп китә һәм автобус менән йөрөү бөгөн иҫкәрмә рәүешендә. Ҡыҙыл-һары жилет кейгән журналистар Өфө- Халыҡ ара аэропортында экскурсияла. Силәбе өлкәһенән матбуғат хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда Шос һәм Брикс саммитарын уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнергә килгән.
Донъяуи сарала ҡатнашыусы ил етәкселәрен, ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға Башҡортостандың һауа ҡапҡалары ҙур үҙгәреш кисерҙе. Самолет ултыра торған юлды нығытыу, өҫтәмә перрондар булдырыу һәм башҡа эштәр башҡарылды.
(Вячеслав Шульга, "Өфө халыҡ-ара аэропорты"ның төҙөлөш буйынса директоры)Өфө халыҡ -ара аэропортында 2013 йылда реконструкция эштәре башланғайны. Аэродром ҡатламы нығытылды, икенсе осоу һәм ултырыу юлы Әле беҙ баҫып торған туҡталҡа ҙур һауа суднолары өсөн эшләнде. Саммиттар ваҡытында Ҡытай, Һиндостан,Ҡаҙағстан,Үзбәкстан етәкселәренең самолеттары ошонда торҙо.
2015 йылда Өфө Халыҡ-ара аэропорттың 2- терминалы файҙаланыуға тапшырылды һәм ул сәғәтенә 800 ҙән ашыу кешене үткәреү мөмкинлеге бирә.
(Юлия Савосина, ОТВ каналы хәбәрсеһе)Аэропорт төбәктең йөҙө,иң тәүҙә ҡунаҡтар уны күрә һәм Өфө халыҡ-ара аэропортының был тәңгәлдә юғары талаптарға яуап биреүе билдәле. Ғөмүмән, һәр авиапассажирға уңайлы шарттарҙа осоп китеү һәм киренән ҡайтыу мөмкинлеге булдырылған икән, был шатлыҡлы күренеш.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә төбәктә Шос һәм Брикс саммиттары юғары кимәлдә ойошторолдо һәм уҙғарылды. Был хаҡта Президент Владимир Путин һәм ҡатнашыусы илдәр етәкселәре лә белдерҙе. Башҡортостанды бөтә донъяға танытыуға уның үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтеүгә саммитар ҙур йоғонто яһаны.
(Руслан Мирсаяпов, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе)2007 йылда республиканың 450 йыллығына төҙөлгән Конгресс-холл саммитарға модернизацияланды.3 тиҫтәнән ашыу залдары бар. Былтыр Рәсәйҙә иң яҡшы Конгресс-үҙәк тигән исем яуланы. Бында аҙна һайын тиерлек донъя, ил кимәлендәге саралар уҙғарылып тора.
Халыҡ-ара саммитарҙы ҡабул итеүгә Силәбелә әҙерлек эштәре башланған. Конгресс холл, ҡунаҡханалар төҙөү, мейәс яр буйы һәм ҡала инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса күләмле төҙөлөштәр башланған.
(Роман Маклаков, Силәбе өлкәһе хөкүмәте матбуғат хеҙмәткәре)Төбәк үҫешенә бындай саммитар ҙур импульс булып тора.Был йәһәттә һеҙҙең ыңғай тәжрибәне өйрәнеү маҡсаты сменән килдек. Силәбелә ҙур төҙөлөштәр башланды. Ижтимағи- эшлекле үҙәк, Тағанай конгресс-холлын төҙөү бара. Халыҡ бигерәк тә Мейәс йылғаһы яр буйын төҙөкләндереүҙе көтә.
Башҡортостан иһә тағы ла ҙур сараларҙы үткәрергә әҙерләнә. Халыҡ-ара балалар уйындары, бөтә донъя фольклориадаһы, Апимондияны үткәреү бурысы тора.




