21 көнгә иҫәпләнгән лагерь тормошо әүҙем, халҡыбыҙ рухында тәрбиәләнергә теләгән балаларҙы йыйҙы. Районда өс йыл рәттән унышлы эшләгән "Йәйләү" программаһы быйыл да ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял вәғәҙә итә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Баймаҡтың ял һәм һауыктырыу лагерында “Йәйләү” программаһы Мәрйәм һәм Зөһрә Буракаеваларҙың методик ҡулланмаһы нигеҙендә ойошторола.”Йәйләү” отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй. Ырыуҙарға бүленеү шартлы рәүештә булһа ла, балалар, тәғәйен ырыуҙарҙан тупланып, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн әйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди киммәттәрен беләсәк.
Төп маҡсат – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башкорт халкының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалр уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, боронғо шифалы ризыктарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, халкыбыҙ шәхестәре. Сәнғәт әһелдәре менән танышыу.
“Йәйләү”ҙең үҙенсәлеге шунда – аралашыу мотлаҡ башкорт телендә, һәр бала бөтөн сараларҙа ла катнашырға тейеш. Ял итеүселәрҙең йәше 6 йәштән 14 араһы. Күп кенә балалар йәйләүҙә тәүгә тугел. Был күренеш программаның якшы эшләүен, иң мөһиме балаларға окшауын дәлилләй. Уҡыусыларҙың ялын күнелле үткәреү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, тәрбиәселәр күбеһенсә йәш студенттар. Баймак лагерҙарында “Йәйләү” програмаһына йылда өҫтөнлөк бирелеүе шуны ла иҫбатлай, төбәктә балаларҙы рухи тәрбиәләүгә иғтибар көсәйтелә генә.




