Мәсетле районында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт ярыштары үтә

Әй йылғаһы буйында республиканың 21 районынан ике йөҙгә яҡын ҡатнашыусы йыйылды. Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған туристик слет ун дүрт йәштән өлкәнерәктәрҙе берләштерҙе. Күптәр инвалид коляскаһында булыуына ҡарамаҫтан, тормош алдында һынып ҡалмай, спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Фото №1 - Мәсетле районында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт ярыштары үтә

Улар фигуралы йөрөү буйынса ярышта ҡатнашты. Шулай уҡ башҡа дисциплиналар буйынса еңеүселәр асыҡланды. Йәйәүләп атлау техникаһы, һыу туризмы, карта һәм компас ярҙамында урынды билдәләү, стена гәзитен әҙерләү һәм кулинар конкурстар үткәрелде. Хәйбулла районынан "Дала бөркөтө" командаһы бындай күләмле спорт сараһында тәүгә генә ҡатнашмай, йыл да призлы урындар яулайҙар.

Бында иң мөһиме – аралашыу, барыһына ла дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу. Лагерҙа бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Көн дә физик күнекмәләр аша сәләмәтлекте яҡшыртабыҙ. Ярышта ҡатнашыр өсөн ете йөҙ саҡрым арауыҡ үтергә тура килде, Башҡортостандың матурлығы һоҡланып туймаҫлыҡ.

Гөлсирә Хәкимова, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Хәйбулла районы бүлексәһе рәйесе

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ