Иң яҡшы шашкасылар беҙҙә

Голландияла халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы, Башҡортостан спортсыһы Александр Георгиевтың еңеүе менән тамамланды. Өфө гроссмейстеры дөйөм зачетта 452 мәрәй йыйып Донъя кубогы зачетында ышаныслы еңеү алған.

Фото №1 - Иң яҡшы шашкасылар беҙҙә

Башҡортостандан тағы бер ҡатнашыусы Айнур Шәйбәков 223 мәрәй менән 14-се урында. Ә Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев 202 мәрәй йыйған.

Башҡортостандың күпселлек мәктәптәрендә сатраш, шашка уйындары буйынса түңәрәктәр булдырылған. Шуға ла күптәр был уйынды бала саҡтан бирле яратып белә. Төрлө йыйылыш, осрашыуҙар ваҡытында ла шашка уйнау, ваҡыт уҙғарыуҙың күңелле бер ысулы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ