Бөгөн төбәктә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға торлаҡ асҡыстары, ә 11-се синыфты тамамлаған уҡыу алдынғыларына алтын миҙалдар тапшырылды. Тантаналарҙа Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе шулай уҡ социаль обьекттар төҙөлөшөн тикшерҙе, предприятиеларҙа булды.
Фатирҙа яңы тормош башлау өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, бары тик бер аҙ йыһаздар алаһы, йәм-йән индерәһе бар. Тиҙҙән 19 йәше туласаҡ Эльмира үҙ мөйөшө булыуға хатта ышанып та етмәй. Ҡыҙ әсәһе фажиғәле рәүештә вафат булғандан һуң өләсәһе ҡулында үҫә. Ул да ейәнсәре өсөн ҡыуанып туя алмай.
Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән яңы өс ҡатлы йортта фатир асҡыстары 21 кешегә тапшырылды. Иглин районында һуңғы өс йылда ғына 4 тиҫтәгә яҡын етемдең торлаҡ шарттары яҡшыртылған. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек киләскәтә лә дауам итәсәк тине, Рөстәм Мәрҙәнов.
Йәштәр көнөндө бер төркөмө фатир алып ҡыуанһа, икенселәре миҙал менән бүләкләнде. Улар уҡыу алдынғылары. Быйыл район мәктәптәрен тамамлаусыларҙың 38-е миҙалға лайыҡ булған. Бүләкләү тантанаһы район үҙәгендәге паркта үтте. Яратҡан һөнәрегеҙҙе үҙләштереп тыуған төйәгегеҙгә хеҙмәт итергә яҙһын тине Рөстәм Мәрҙәнов. Меңйетәр ауылынан Зилә Низаметдинова әйтеүенсә, юғары баһаны артабан да аҡлау мөһим. Ул киләсәктә табип булып кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында торорға ниәтләй.
Үҫеп килгән быуын өсөн тағы бер бүләк-яңы мәғариф учреждениеһы, 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы. Обьект Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә төҙөлә. Әлбиттә, проблемалар юҡ түгел, канализация селтәренә тоташтырыу менән ҡатмарлыҡ бар. Шулай уҡ проект документына ҡайһы бер эштәр индерелмәү сәбәпле хаҡ ҡыйбатыраҡ килеп сыға. Рөстәм Мәрҙәнов проблеманы асыҡлау һәм хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Учреждениены киләһе йылдың 1 сентябренә өлгөртөү мөһим.
Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа мөһим, бының өсөн урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү мотлаҡ. Мәҫәлән "Энергетик" заводы электр техникаһы һәм монтажлау кәрәк-яраҡтары сығара. Бөгөн предприятие етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй, бары тик майҙандарын киңәйтеү мөһим. Ул ваҡыта эш урындарын арттырыу мөмкинлеге лә барлыҡҡа килә.
Өфө эргәһендә урынлашҡан Иглин районы иң йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Өс йыл элек кенә урында 56 мең халыҡ иҫәпләнһә, әле 63 меңгә еткән. Шуға күрә социаль обьекттар төҙөү, инфраструктураны яҡшыртыу, эш урындары булдырыу төп бурыстар булып тора.




