Чех Республикаһының баш ҡалаһында “Прага буяуҙары” тип аталған халыҡ-ара балалар музыка фестивале үтте. Тамыр телеканалының "Бирешмә!"төркөмөнә Башҡортостан исеменән сығыш яһау бәхете тейҙе. Чех Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарылған фестивалдә Ҡаҙағстан, Грузия, Әрмәнстан, Словакия, Эстония,Чехия, Германия, Финляндия, Франция илдәренән йәш һәләттәр көс һынашты.
Вокал һәм бейеү ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар, оркестрҙар һәм фольклор коллективтары - уларҙың һәр береһе айырым номинацияла баһаланды.
Репертуар һайлау, хореография йәһәтенән дә "Бирешмә" тәркөмө был конкурсҡа етекле әҙерләнеп барған. Конкурстағы костюмдарҙы дизайнер Сәлимә Усманова әҙерләгән. Уңған йәштәр Праганан бер юлы ике еңеү яулап ҡайтты. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Гәлсәр Байғусҡарова беренсе дәрәжә диплом менән лауреат исеменә лайыҡ булды. Ул башҡарған "Ете ҡыҙ" йырын жюри бигерәк тә ихлас ҡабул итте.




