Ҡарар был аҙнала партияның генераль советы президиумы ултырышында ҡабул ителде. Мәскәүҙә исемлек менән партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев таныштырҙы. Бөгөн депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр партияның төбәк бүлексәһе конференцияһында күрһәтелде. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Йәй башында "Берҙәм Рәсәй" Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар һайлау буйынса партия эсендә алдан тауыш биреү үткәргәйне. Республика буйынса төрлө ҡала һәм райондарҙа 662 һайлау участкаһы эшләне. Киләсәктә үҙен депутат итеп күрергә теләүселәр праймериз алдынан округта йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән осрашты. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса уларҙың рейтингы төҙөлөп, иң күп тауыш йыйған дәғүәселәр кандидаттар исемлегенә индерелде.
Быйылғы алдан тауыш биреү халыҡтың сәйәси әүҙемлеген күрһәткән. Кандидатлыҡҡа дәғүә итеүселәрҙең өстән бер өлөшөн йәштәр тәшкил иткән, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ихлас ҡатнашҡан. Ә инде иң күп тауыш йыйыусыларҙың исемлеге "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең генераль советы президиумында раҫланған. Һынауҙы уңышлы үтеүселәр бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк конференцияһында йәшерен тауыш биреү юлы менән кандидат дәрәжәһенә эйә булды.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың киләһе саҡырылышына ғәмәлдәге составтың яртыһынан күберәген яңыртыу күҙаллана. Шуның өсөн әлеге кандидаттарға халыҡ ышанысын яулау һәм биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура киләсәк.
Төбәктең закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Республикала йәшәүселәр 110 депутат һайлай. Шул рәүешле уларҙың яртыһы - бер мандатлы округ, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса үтәсәк.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының һайлау алды программаһы һәр ваҡыттағыса кешеләрҙең тормошоноң бөтә өлкәләрен яҡшыртыуға йүнәлтелә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайланасаҡ депутаттарҙың иңенә лә киләсәктә халҡыҡҡа лайыҡлы хеҙмәт итеү һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү кеүек төп бурыстар йөкмәтелә.




