Башҡортостан тәжрибәһе менән Рәсәй төбәктәре ҡыҙыҡһына

Әле Түбәнге Новгород һәм Магадан өлкәләрендә "Һәр йортҡа янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы" республика проектын үҙләштереү буйынса эш бара. 2018 йылдан был төбәктәрҙә атап үтелгән ҡоролмалар балалар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттарға ҡуйыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың яҙынан бирле Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса күп балалы һәм хәүефле социаль хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең өйҙәренә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары беркетелде. Был сиреналарҙың бер нисә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыуы тураһында ла билдәле.

2017 йылдың октябрендә Башҡортостан хөкүмәте күрһәтмәһе менән янғын һүндереү ҡоролмаларын балалары донъяға килгән һәр ғаиләгә таратыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн улар 40 меңдән ашыу йортҡа ҡуйылған.