Рәсәй мосолмандары бөгөн Хажи Хөсәйенбәк рухына аят бағышланы

14-се быуатта Башҡорт ерлегендә йолаларҙы, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе Хажи Хөсәйенбәк Башҡортостандың тәүге имамы булған. Дин әһеле Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендә Аҡ зыяратта ерләнгән. Уның ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөлгән. Архитектур ҡомартҡы республика мосолмандары өсөн изге урын һанала. Шуға ла йыл һайын районда диндандар йыйыны үтә. Форум сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Мин Ислам динен өйрәнәм" конкурсы ла ойошторолдо.

Фото №1 - Рәсәй мосолмандары бөгөн Хажи Хөсәйенбәк рухына аят бағышланы

Әле уҡый-яҙа белмәгән балалар "шарлатып" тигәндәй доға-сүрәләр уҡый. Ул ғына ла түгел, ғәрәп әлифбаһы хәрефтәрен дә улар берҙәй дөрөҫ әйтә. Республика район-ҡалаларынан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән килгән малай-ҡыҙҙарҙы Рәсәй Ислам университеты уҡытыусылары тыңланы. Сара үҙенә күрә имтихан кеүек тә булды. Балалар билет алып Ислам диненең нескәлектәренә яуап тотто.

Балаларҙың хәтере яҡшы, шуға ла улар барыһын да тиҙ оталар. Ә мәғәнәһен берәй биш йыл үткәс кенә аңлай башлайҙар.

Азамат Батыршин, Рәсәй ислам университеты уҡытыусыһы

Мосолмандар йыйыны ғөмүмән, үҫеп килеүсе быуынды рухи һәм дини яҡтан тәрбиәләүҙе беренсе планға ҡуя. Балалар йыл дауамында мәсет-мәҙрәсәләрҙә өйрәнгәнен конкурста һынап ҡарағанда ваҡытта, өлкән йәштәгеләр Хажи Хөсәйенбәк рухына аят уҡыны. Изғе ғәмәл Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тарафынан ойошторола. Хөсәйенбәк кәшәнәһе эргәһендә инде нисәмә йылдар аҙан тауыштары яңғырай.

Һәр ата-әсә үҙ балаһының бәхетле булыуын теләй. Китаптарҙа яҙылғанса, бер төшкә бәлә-хәсрәт тә төшмәҫ әгәр шунда бер сабый бала башҡаһынан бер-кем дә булмаһа. Был осрашыуҙар тәжрибә менән уртаҡлашыу, балаларға үрнәк күрәһтеү булды.

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй

Форумды Ислам диненең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә арналған ултырыш дауам итте. Фекер алышыуҙа төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Йыйында йәш диндарҙар өсөн төрлө уйындар, дини китаптарҙан торған күргәҙмә ойошторолдо.

Башбат

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ