“Саптар" балалар бейеү студияһы Сочи ҡалаһынан сираттағы енеү менән ҡайтты

Халыҡ-ара бейеү фестивалендә Баймаҡ ҡалаһының “Саптар”ы беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булып октябрҙә үтәсәк киләһе конкурсҡа саҡырыу алды. Тулырак беҙҙең сайтта.

Фото №1 - “Саптар" балалар бейеү студияһы Сочи ҡалаһынан сираттағы енеү менән ҡайтты

Өс йыл элек Баймаҡтың үҙендә төрлө йәштәге балалар өсөн профессиональ бейеү студияһы асылды. Уны һәләтле, йәш хореограф Радик Бакиров етәкләй. Ошо йылдар эсендә балалар республикан тыш, Рәсәй сәхнәләрен дә яуланы. Саптарҙың йәш бейеүселәре Байык телевизион конкурсында һәм Санкт Петербургта үткән Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында Гран При ға лайык булды.

Репертуарына башкорт, татар һәм төрлө милләт бейеүҙәре ингән коллектив кыска гына вакыт эсендә танылыу яулап өлгөрҙө. Был юлы бейеүселәрҙең 8‐9 йәштәге урта төркөмө сираттағы бәйгенән енеү менән кайтты. Уларҙы урында тантаналы шарттарҙа каршы алдылар.

Фестиваль барышында ныҡ тулҡынландыҡ. Матур итеп үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәрен күрһәтергә тырыштыҡ. Балалар фестивальда бейеп кенә йөрөмәне. Диңгеҙ буйында ял итеп, экскурсияларҙа йөрөп юғары маҡсаттар менән ҡайттылар. Төрлө фестивальдарҙа артабан да ҡатнашасаҡбыҙ.

Радик Бакиров, "Саптар" өлгөлө балалар бейеү студияһы етәксеһе

Сочила үткән халык ара конкурста Баймактар ике бейеү тәкдим итте. Уның береһе Радик Бакиров һалған “Урал арьяғы балалары” һәм, икенсеһе – ирланд бейеүе. Бәйгелә барлығы бөтә илдән килгән 30 коллектив һәм 3 менгә якын бала ҡатнашкан. Шулар араһында Саптарҙарҙарҙың бейеү оҫталығы 1- се дәрәжә диплом менән билдәләнгән.

Әле йәш бейеүселәрҙең барыһы ла йәйге ялдарға таралашты. Алда уларҙы яңы үрҙәр көтә. Баймак бейеүселәре иң якшы бейеү коллективтары араһында үткәрелгән ябык конкурска сакырыу алып кайткан.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ