Өфө ботаника баҡсаһында пиондың 15 төрө һәм 200-ҙән ашыу сорты үҫтерелә

Уларҙың бер өлөшөн республика селекционерҙары уйлап тапҡан. Ботаника баҡсаһында пион яратыусылар өсөн йыл һайын фестивалдә ойошторола. Бөгөнгө байрам да сәскә үҫтереүселәр пиондарҙың яңы сорттары менән танышты, баҡса буйлап сәйәхәт ҡылды, конкурс һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото №1 - Өфө ботаника баҡсаһында пиондың 15 төрө һәм 200-ҙән ашыу сорты үҫтерелә

Әлеге мәлдә биләмә аллы-гөллө төҫтәргә күмелгән. Бында пиондарҙың ал, көрән, аҡ, хатта, һирәк осрай торған һары төҫтәгеләрен дә күрергә мөмкин. Ҡайһы бер сорттарҙың төҫтәре оҡшаһа ла сәскә атыу мәле, таждары айырыла. Уларҙың бейеклектәре лә төрлөсә. Ботаника баҡсаһында пиондарҙың яңы төрҙәрен дә уйлап сығарып торалар, әле селекционерҙар ағас пиондарҙы үҫтереү, беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырыу менән мәшғүл.

Үҙебеҙ сығарған сорттарға тәғәйенләнгән айырым участок бар. Тағы ағас пионын үҫтерергә уйлайбыҙ, ул Ҡытайҙа ғына үҫә. Пион ағасының ғүмере мең йылға етә.

Фәнүзә Мырҙабулатова, Өфө ботаника баҡсаһының ғилми хеҙмәткәре

Пиондар фестивале быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Был сәскә менән ҡыҙыҡһыныусылар, үҫтереүселәр күп. Бөгөнгө байрамға ла халыҡ баҡса тулып килгән, берәүҙәре фотоға төшөрә, икенселәре оҡшаған сорттарҙы һатып ала, өсөнсөләре белгестәргә үҙ һорауҙарын бирә.

Пиондар һәр баҡсаның йәме, шуға күрә күптәр төрлө мәлдә өлгөргәнен һайлай. Шул ваҡытта түтәлдәр йәй һәм көҙ буйы шау сәскәгә күмелеп ултыра. Сорттар араһында әрһеҙҙәре лә, ауыр ерегеп киткәндәре лә бар. Әммә пиондарҙың сәскәгә тумаланыуын һәм хуш еҫ бөркөп сәскә атыуын күреү өсөн тырышырға мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ