Башҡортостанда урман янғындары йышая

Көндәр йылыныу менән Башҡортостанда урман янғындары йышайҙы. Республикала дүртенсе класлы янғын хәүефе иғлан ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Йылайыр, Көйөргәҙе, Туймазы һәм Федоровка райондары хәүеф аҫтында.

Барлығы 98 сығыу осрағы теркәлә. Урман янғындарынан тыш, баҫыуҙар ҙа яна. Министерствонан билдәләүҙәренсә, быйыл, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестәр дүрт тапҡырға юғары.

Шулай уҡ, янғын майҙандары ла арта. Сәбәбе- эҫе һауа торошо һәм яуым-төшөмдөң булмауы. Халыҡты иһә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар.

Фото: Интернет.