Рәсәйҙә тәмәкегә хаҡ артты

Рәсәйҙә беренсе июлдән тәмәкегә хаҡ ун процентҡа артты. 2019 йылда тауарға тағы ла 14,5 процентҡа ҡыйбатланыуы көтөлә. Тәмәкегә хаҡ арттырыуҙың маҡсаты- уны ҡулланыуҙы кәметеү.

Тауарға хаҡ артыуҙан тыш, мобиль ҡушымта аша продукцияның ҡаәҙа етештерелеүе хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин. Был маҡсатта тәмәке ҡапсығына махсус идентификация саралары баҫтырыласаҡ. Әгәрҙә сифаты буйынса һорауҙар килеп тыуһа, ҡушымта аша ялыу яҙырға мөмкин.

Фотография: Интернет