Өфөлә ял көндәрендә ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене һыуҙан сығара

Уҙған ял көндәре Өфөлә июндең иң эҫе көндәре тип һаналды. Рәсмиләштерелгән ҡала һыу инеү урындарында ун өс меңдән ашыу кеше ял итте. Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусыларға бер нисә бәхетһеҙ осраҡты кисектерә.

«Ҡояшлы» һыу инеү урынында батып барған алты кешене ҡотҡаралар. 39 йәшлек ир рөхсәт ителмәгән ерҙә һыу инеп, саҡ батмай ҡала. Ун ике йәшлек ҡыҙҙы «Карьер» пляжында ҡотҡаралар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡотҡарыусылар хеҙмәте бары тик махсуслаштырылған һыу инеү урындарын да ғына эшләй. Өфөлә уларҙың һаны туғыҙ. Ҡала халҡын, һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә һәм иҫерек килеш һыуға төшмәҫкә кәңәш ителәр.

Фото: Интернет