Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, 1 октябрҙән йылылыҡ өсөн йылытыу миҙгеле осоронда ғына хаҡ түләйәсәктәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул осор һигеҙ ай дауам итә. Әле йортта йәшәүселәр йылылыҡ өсөн «1/12» схемаһы буйынса түләй, был ай һайын түләүҙе аңлата.
«1/8» яңы схемаһына ярашлы, йылылыҡ миҙгеле осоронда ғына хеҙмәтләндереүгә хаҡ түләйәсәктәр. Тимәк, киләһе йылдан йәйге осорҙа йылылыҡ өсөн түләргә кәрәкмәйәсәк.
Йортта йәшәүселәргә күпме йылылыҡ сарыф ителгән һәм күпме аҡса түләгәндәре асыҡланасаҡ.
Фото: Интернет




