Башҡалала авария сәбәпле бер нисә йорт һыуыҡ һыуһыҙ ҡала

Әлеге ваҡытта аварияны бөтөрөү эштәре бара. Ваҡиға урынында Өфө һыу селтәре эшләй. Авария Октябрь проспекты, 46/2 адресы буйынса теркәлә.

Авария сәбәпле, бер нисә йортҡа һыуыҡ һыу биреү ваҡытлыса туҡтатыла. Тиҙҙән белгестәр авария эҙемтәләрен бөтөрәсәк. Урында йәшәүселәрҙе был хәлгә аңлы ҡарауҙары һорала.

Киләһе адрестар буйынса һыу биреү туҡтатылды:

Октябрь проспекты, 44/1 ,46/1, 46/12, 48, 48/1, 48/2, 50, 52/1, 52/2, 54– 5-се ҡат

Комсомол урамы, 93, 97а – 2 –се ҡат

Малая Тихорецкая, 1, 3 – 2 –се ҡат

Октябрҙең 50 йыллығы ур., 24, 26 – 2,3-се ҡаттар

116-сы балалр баҡсаһы – Комсомол урамы, 81/1;

11-се сәнғәт мәктәбе- Октябрь проспекты, 50/2

Фото: Интернет