Башҡортостанда 168 саҡрым федераль юлды ремонтлау ҡаралған. Юл ҡатламын СПАС технологияһы буйынса төҙөкләндерәсәктәр.
Төҙөкләндереү эштәре М7 юлының биш участкаһында (65,5 саҡрым), М5 юлында ете участканда (64 саҡрым) һәм Р240 юлында башҡарыласаҡ. Юл ҡатанламын заман технологияһы буйынса төҙөкләндереләсәк. Был юлдың хеҙмәтләндереү ваҡытын оҙайтасаҡ.
Эштәр көҙгә тиклем тамамланырға тейеш.
Фото: Интернет




