Өфө прокуратураһы аттракциондарҙы тикшерә

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Якутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы аттракциондарына рейдҡа сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Корсар каруселе биш метр бейеклектә туҡтау сәбәпле, дүрт кеше баштүбән һауала эленеп торҙо. Әйткәндәй, был аттракцион халыҡ араһында тик насар яҡтан киң билдәле. Бөгөн уның эшмәкәрлеге туҡтатылған. Ә ҡалған күңел асыу урындары паркка килеүселәрҙе әле лә ҡабул итә.

Фото №1 - Өфө прокуратураһы аттракциондарҙы тикшерә

Аттракциондың ҡапыл һүнеүенән парк ҡунаҡтары биш минут самаһы баштүбән эленеп торорға мәжбүр була. Бәхеткә, бер кем дә ҡазаланманы. Хеҙмәткәрҙәр иһә был хәлгә еңелсә ҡарай. Сөнки бындай өҙөклөктәр бығаса ла булғаны бар.

Аттракциондар йыш һүнмәй, тотҡарлауҙар күберәк электр уты менән бәйле. Электр ут көсһөҙөрәк, йә нығыраҡ бирелә башлағанда аттракциондың хәүефһеҙлек технологияһы тоҡана һәм ул туҡтап ҡала. Был осраҡта беҙ ҡул режимында эшләп, ял итеүселәрҙе төшөрәбеҙ.

Рәфис Батталов, Якутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы хеҙмәткәре

Был хәлдән һуң, Совет районы прокуратураһы Якутов паркына рейдҡа сыҡты. Аттракциондың бар документтары ла тартып алынған. Механизмдың сафтан сығыуына нимә сәбәпсе булыуын Рәсәй техника күҙәтеү идаралығы асыҡлыҡ индерәсәк. Корсар ҡағиҙәләре буйынса кәм тигәндә, 6 кеше булғанда ғына эшләргә тейеш, ә ул саҡта каруселдә ни бары дүрт кеше булған.

Прокуратура Советского района города Уфы по указанному случаю организовала проверку. Будут привлечены специалисты Ростехнадзора. По результатам случая установления нарушения законодательства будут приняты необходимые меры реагирования.

Руслан Кәримов, Өфөнөң совет районы прокуроры өлкән ярҙамсыһы

Аттракциондың киләсәге билдәһеҙ. Шулай ҙа Корсар миҙгел һайын туҡтай. 2006 йылда мәҫәлән, ял итеүселәр һауала ярты сәғәт тирәһе баштүбән эленеп торған. Парктың башҡа күңел асыу урындарында ла техник проблемалар, шулай уҡ һирәкләп булһа ла теркәлеп тора.

Бындай хәүефһеҙлек саралары һәр аттракционда ҡаралған. Тик ниңәлер һәр саҡ Корсар сафтан сыға. Күңел асыу урынын Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре лә контролгә алған. Уның һөҙөмтәләре буйынса аттракциондың киләсәгенә баһа биреләсәк. Ә әлегә корсар ултырғыстары буш тора.

Башбат

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ