"Өфө" Халыҡ-ара аэропортында дефибрилляторҙар барлыҡҡа киләсәк

Быға бәйле, ойошма хеҙмәткәрҙәрен йөрәк ритмы боҙолғанда электр импульс терапияһы булараҡ ҡулланылған прибор менән эшләргә өйрәткәндәр. Республика кардиология үҙәгендә улар киҫкен йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған пассажирҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса курстар үткән. Бөгөн аэропорттың тиҫтәнән ашыу белгесенә уҡыуҙы тамамлау хаҡында сертификаттар тапшырылды.

Фото №1 - "Өфө" Халыҡ-ара аэропортында дефибрилляторҙар барлыҡҡа киләсәк

Быйыл апрелдә аэропорт биләмәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлә. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса курстар тап ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында ойошторола.

Йәй – эҫе миҙгел. Пассажирҙар аэропортҡа килеп еткәнсе оҙон юл үтә, шуға күрә эҫе көндө инфаркт, инсульт, йөрәк менән бәйле башҡа ауырыуҙар йыш осрай. Бында шундуҡ беренсе ярҙам күрһәтеү бик мөһим. Был йәһәттән хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу бик файҙалы булды.

Розалиә Яугилдина, "Өфө" халыҡ-ара аэропортының медицина пункты табип-терапевы

Республика кардиология үҙәге белгестәре был уҡыуҙарҙы "Ашығыс ярҙам барыһына ла асыҡ" проектына ярашлы уҙғарған. Программа Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Реанимация милли комитеты килешеүе буйынса тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, илдә йыл һайын ярты миллион кеше ҡапыл һәләк була, төп сәбәп - стресс кисереү. Ауырыу үҙен насар тойоп йығыла, йөрәк ҡарынсыҡтары фибрилляцияһы күҙәтелә, әгәр уға биш минут эсендә медицина ярҙамы күрһәтелмәй икән - үлем хәүефе юғары.

(Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы)Был уҡытыу программаһы киң популярлыҡ алһа, беҙ илдә меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарасаҡбыҙ. Халыҡ күпләп йыйылған барлыҡ урындарҙа - аэропорт, тимер юл вокзалы, сауҙа нөктәләрендә автоматик дефибрилляторҙар булыуы мотлаҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа ойошма хеҙмәткәрҙәренә белем бирергә һәр ваҡыт әҙербеҙ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ