2002 йылдың 2 июленә ҡараған төндә Испанияға ялға осҡан балалар ултырған самолет Германия күгендә һәләкәткә осраны. Ҡот осҡос ваҡиғала 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлдө. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Бөгөн ҡәберҙәр янында иҫкә алыу саралары үтте.
"Өҙөлгән ынйы теҙмәһе". Был Германияның Юберлинген ҡалаһы эргәһендә 2002 йылда теркәлгән фажиғәнән һуң барлыҡҡа килгән мемориал. Һәйкәл авиаһәләкәт ҡорбаны, 1998 йылғы Диана Калоеваның ваҡиға урынында табылған ынйы муйынсағы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Боден күле өҫтөндәге фажиғәлә барлығы 52 баланың ғүмере өҙөлдө. Уларҙың күбеһе Башҡортостандың йәш быуын вәкилдәре...
Ул төндә балалар Испанияға ялға осоп барған булған. Уларҙың барыһы ла республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиада, төбәк-ара конкурс еңеүселәре. Әммә авиадиспетчер хатаһы менән Боден күле өҫтөндә ҡот осҡос фажиғә теркәлә. Ике самолет бәрешеүе һөҙөмтәһендә бик күп ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарын, ә олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен юғалта.
Йыл һайын Өфөнөң Көньяҡ зыяратында авиафажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу саралары үтә. Бөгөн дә мемориал янына һәләк булғандарҙың иң яҡын кешеләре йыйылды. Улар ҡәберҙәргә сәскә һалып, мәрхүмдәрҙең рухына аят уҡыны.
Уртаҡ ҡайғы диненә һәм милләтенә ҡарамай бөтөнләй ят кешеләрҙе берләштергән. Бер нисә тапҡыр улар Германияға фажиғә урынына ла барып ҡайтҡан. Ҡайһы бер ғаиләләр бөгөн дә сит илдә авиаһәләкәт ҡорбандарын иҫкә алыу сараһында ҡатнашҡан.




