Башҡортостан бынан башлана

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары Учалы районында республиканың көнсығыш сиген билдәләне. Яңы билдә Башҡортостанға яңынан-яңы туристар йәлеп итер тип көтөлә. Төбәк халҡы район һәм республика тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаны тантаналы шарттарҙа билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостан бынан башлана

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһе ағзалары тәүҙә Яңауыл районында республиканың төньяҡ, һуңынан Баҡалыла көнбайыш нөктәләрен билдәләгәйне. Быйыл географик кординаттар ҡуйылған билдә республиканың көньяғында - Ейәнсура районында ла барлыҡҡа килде. Шулай итеп республканың дүрт нөктәһе донъяның бөтә тарафтарында ла билдәләнде.

Был эш тәү маҡсатта республикаға килгән туристар уңайлығы өсөн эшләнһә, иҫтәлекле билдә янында фотоға төшөү ҙә һәр кем өсөн оло мәғәнәгә эйә. Бынан тыш, бүлексәнең махсус проектына ярашлы, 4 нөктәнән дә фотоотчеттар конкурсында ҡатнашыусы туристар сертификаттар һәм махсус билдәләр менән бүләкләнәсәк. Иң мөһиме республикаға килеүсе туристар Башҡортостан тураһында бай мәғлүмәт туплай, уның үҙенсәлекле тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡылары менән таныша аласаҡ.

Мирас Ғиззәтуллин, география уҡытыусыһы)Беҙҙең район бик үҙенсәлекле. Учалы районында ҙур һыулы йылғалар башлана, 30-ға яҡын күл бар. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары күп. Йәшмә һәм алтын билбауҙар ҙа беҙҙҙең район аша үтә. Туристарға Учалы яҡтары бик оҡшар, улар ошондай матур ерҙәрҙе күреүенә ғорурланыр тип уйлайым.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ