Республикала матбуғат баҫмаларына яҙылыу 10 июлгә тиклем оҙайтылды

Ошо осорҙа гәзит-журналдарға яҙылыусыларға ун процент ташлама ла ҡаралған. Тағы ла бер өҫтөнлөк - ваҡытлы матбуғат уҡыусыларға яҙылған көндән үк килә башлай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, яҙылыу декадаһын ойоштороусылар бирелгән мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға саҡыра.

Фото №1 - Республикала матбуғат баҫмаларына яҙылыу 10 июлгә тиклем оҙайтылды

"Республика Башҡортостан" нәшриәт йорто генераль директорының республика милли баҫмалары буйынса кәңәшсеһе Салауат Кәримов: “Республикала милли матбуғат матур ғына нәшер ителә. Айырыуса, биш берләштерелгән район-ара гәзит тураһында әйтергә теләйем: “Йәнтөйәк”, “Йәйғор”, “Ҡурай”, “Етегән”, “Сарманай”. Был гәзиттәрҙе алдырған район-ҡалала халҡына ашығығыҙ, тип өндәшәм. Бындай мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ