Балтас районында республика

Быйыл унда ун биш район вәкилдәре нәҫел тамырҙарын барланы. Һабантуйға тура килгән сарала шулай уҡ "Башҡорт килене", "Ғаиләм-ҡәлғәм", "Ялан ашы" бәйгеләре лә ойошторолдо. Байрам барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Балтас районында республика

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хәсәновтар ғаиләһе республиканан ситтә лә билдәле. Уларҙа туғанлыҡ, берҙәмлек төшөнсәһе көслө. Олоһо ла, кесеһе лә сәхнәнән айырылғыһыҙ, башҡорт мәҙәниәтенә ғашиҡ. Төбәктә 80 кешенән торған берҙән-бер халыҡ ғаилә ансамбле Балтас районында үткән шәжәрә байрамында ла ҡатнашып, сираттағы еңеүен яуланы.

Шәжәрәһен белгән халыҡ юғалмаҫ. Башҡортостанда беҙ барлыҡ милләттәр менән дә татыу йәшәйбеҙ. Милли үҙаңды, йырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, ҡурайҙы һаҡлау – шәжәрәлә.

Рәмил Хәсәнов, шәжәрә байрамында ҡатнашыусы

Байрамда төрлө милләт халыҡтары үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы. Илһөйәрлек, толерантлыҡ һәм татыулыҡҡа әйҙәгән сара - быуындар араһындағы бәйләнеште нығытты.

"Шәжәрә" байрамы ике көн дауам итте. Башта бәйгелә ҡатнашыусылар район мәҙәниәт һарайында үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтһә, икенсе көн һайлап алыу этабы еңеүселәре халыҡ алдында сығыш яһап, барса халыҡты тарихты өйрәнергә әйҙәне.

Беҙ Иҫән Хан ейәндәре. Ғәли Соҡорой, Әнғәм Әтнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи менән беҙ бер ҡандан, бер быуындан. Шәжәрәне апрель айында төҙөнөм, был ваҡытта тағы өс бала өҫтәлде.

Нәсибулла Хөснуллин, "Шәжәрә байрамы"нда ҡатнашыусы

Балтастар һабантуй яланында ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итте. Шәжәрә байрамында - район халҡы үҙҙәре үк күпләп ҡатнашҡан.

Районыбыҙҙа беҙ төрлө милләттәр менән бик татыу йәшәйбеҙ. Байрамға үҙ шәжәрәбеҙҙе лә килтерҙек, ул бик борондан башлана. Минең ата-бабаларым суҡындырыуҙан ҡасын Ҡаҙандан бында күсенгәндәр.

Гөлназ Шәйбәкова, "Шәжәрә байрамы"нда ҡатнашыусы
Башбат

Шәжәрә төҙөүселәр Мәскәүҙән дә килделәр, улар бында традицион тәүештә ҡатнашалар. Балтастың бөтә ауыл биләмәләре һәм күрше-тирә райондар йыйылған. Бөгөнгө байрамда 30 район вәкиле бар.

Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе

Шәжәрә байрамынан тыш, урында "Ғаиләм-ҡәлғәм", "Башҡорт килене" бәйгеләре үтте, ир-егеттәр "Ялан ашы"н әҙерләп күрһәтте. Һабантуй яланы - туғанлыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләрен нығытты.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ