"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә төп призды Ишембайҙан Гөлсәсәк Шәрипова менән Учалынан Ләйсән Золоторева бүлеште. Конкурста йөҙҙән ашыу йәш сәсән быйыл да тамашасыларҙы һүҙ оҫталығы, телһөйәрлеге менән таң ҡалдырҙы. Конкурс барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
"Урал батыр" эпосы башҡорт халҡының тел тамырын, рухи көсөн һаҡлаған иң ҙур мәҙәни ҡомартҡыларҙың береһе. Ҡобайырҙың тарихи ерлегәндә - Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында үткән бәйгелә быйыл да йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың күптәре конкурста тәүге тапҡыр көс һынашмай. Гран-при яулаусылар Ишембай районы ҡыҙы Гөлсәсәк Шәрипова менән Учалы районынан Ләйсән Золотарева "Урал батыр" эпосынан өҙөктәрҙе төндә уятып һораһалар ҙа яттан һөйләй ала.
Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, йәш быуындың сәсәнлек һәләтен үҫтереүгә, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға йүнәлтелгән бәйге ҡуйылған маҡсатына иреште. Быйыл сәхнәләштереүҙең күбеһе жюри ағзаларына алдан уҡ Интернет аша ебәрелгән. Заманса алым йәш сәсәндәрҙең әҙерлеген баһалап дөйөм һығымта яһарға ярҙам итте.
Быйыл айырыуса башҡарыу оҫталығына, тасуири уҡыуға, декорация-костюмдарға иғтибар юғары булды. Башҡортостандың 30 районынан һәм 6 ҡалаһынан килгән йәш сәсәндәр образдарға инеп уйнап тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе быйыл ХХ тапҡыр уҙғарылды. Мәртәбәле ярышта майҙан тоторға сыҡҡан Һомай кеүек сая ҡыҙҙар, Уралдай ҡыйыу егеттәр араһынан иң көслө йәш сәсәндәр призлы урындар яуланы. Юбилей конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар Башҡортостандың ауыҙ-тел ижадын мәңгеләштереүгә үҙҙәренең дә ҙур өлөшөн индерҙе. Киләһе йылға бәйгегә килергә янып торған балалар яңы маҡсаттар менән таралышты.




