Йылға буйындағы яланда ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары - туғандары, дуҫтары, элекке күршеләре йыйылды. Төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырған 250 йылдан ашыу тарихы булған Әри ауылында байрам быйыл алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Әлеге ваҡытта ауылда 500-ләп кеше йәшәй.
Әлфиә Хәбибуллина, байрамды ойоштороусы: “Атайымдың исеме Мәҡсүт, әсәйемдеке Гөлсөм. Ағай-апайҙарым менән уларҙың рухына бағышлап ҡорбан салдырҙыҡ. Ошо байрамды ауылдаштар менән бергә үткәрергә булдыҡ. Әгәр балалар, ейәндәрегеҙҙе бәхетле иткегеҙ килһә, үҙ тормошоғоҙҙо ҡарағыҙ, тиҙәр. Беҙ башҡарған эштәрҙең барыһы ла балаларыбыҙға йоғонто яһай”.




