Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта, мәғлүмәтте һаҡлау ҡағиҙәләре үҙгәрә һәм бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы "мир" карталары аша түләнә. Был 1 июлдән илдә ғәмәләгә ингән үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Үҙгәрештәрҙең тулы исемлеге менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
интернеттағы бөтә аралашыу, мәғлүмәттәр ҡарау тарихы ярты йыл буйына һаҡлана. Интернет-сервистарға ошондай талап ҡуйылды. Бындай ҡағиҙә элемтә операторҙары өсөн дә ҡаралған. Улар телефон аша шылтыратып һөйләшеүҙәр тарихын өс йыл буйы һаҡларға бурыслы була. Башҡа мәғлүмәттәрҙе иһә 30 көн дауамында юйылмай.




