Башҡортостанда электричкаларҙың хәрәкәтен ҡыҫҡартыу күҙаллана

Башҡортостан Хөкүмәте йәмәғәт транспортының мультимодаль маршрутын барлыҡҡа килтереү һорауын ҡарай. Бындай ҡарар электричкаларҙың популяр булмауына бәйле.

Фото №1 - Башҡортостанда электричкаларҙың хәрәкәтен ҡыҫҡартыу күҙаллана

Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты башлығы Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, уҙған йылда электричкалар 85 йүнәлеш буйынса 3,6 млн. кешене хеҙмәтләндергән.Дәүләт комитеты электричкалар хәрәкәтен ҡыҫҡартырға күҙалай.

Белгестәр «Башавтотранс» менән берлектә, мультимодаль маршрутты барлыҡҡа килтереүҙе хәл итә. Шулай уҡ, юл хаҡын түләү ваҡытында льготалы категория граждандары өсөн социаль ярҙам саралары ҡараласаҡ.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ