Район хужалыҡтары эштең яртыһын тиерлек теүәлләгән. Бөгөн был тәңгәлдә Благовещен, Ауырғазы һәм Шишмә райондарына тиңләшеүсе юҡ. Кушнаренко районы хужалыҡтарында ла сенаж әҙерләү ойошҡанлы бара. Төбәк эшсәндәре ҡояшлы көндәрҙе ҡулдан килгәнсе файҙаланып ҡалырға тырыша.
Аяҙ көн алтынға бәрәбәр. Ауыл кешеһенең иркенләп ял итергә ваҡыты юҡ, сөнки яҙғы сәсеү тамамланып, һабантуйҙар үтеү менән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү башлана. Рөстәм Вәлмөхәмәтовҡа ла мәлдең һәр сәғәте ҡәҙерле. Тишелгән тәгәрмәсте лә ул урында уҡ йүнәтеп алып сенаж әҙерләүен дауам итте.
Кушнаренко районы хужалыҡтарының күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыуға төшөүенә ике-өс көн. Эш бер минутҡа ла тынмай. Бер арбаны тултырыуға, икенсеһе, өсөнсөһө килеп етә. Һауанан күҙәтеүселәр ҙә етерлек. Йыртҡыс ҡоштар үлән араһынан сысҡан сығыуын һағалай.
План буйынса йәшел массаны йыл ярымлыҡ запас менән йыйыу бурысы ҡуйылған. Арба-арба ауҙарылған сенаж урында уҡ эшкәртелә. Мал аҙығы боҙолмаһын өсөн ул тығыҙлап соҡорға һалына. Әлбиттә, ауыл хужалығы өсөн сифатлы мал аҙығы әҙерләү төп бурыстарҙың береһе. Әлеге ваҡытта Кушнаренко районында барлығы алты меңләп эре баш мал иҫәпләнә. Бер һыйырҙан 14,5 тирәһе һөт һауып алына.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала күп йыллыҡ үләнде сабыу 164 мең гектарға еткән. Был пландың 14 проценты үтәлгән тигән һүҙ. Сенаж әҙерләү Благовещен районы хужалыҡтарында йылдам бара. Артабан Ауырғазы, Шишмә райондары килә. Бөгөнгө улар ҡуйылған бурыстың яртыһын үтәгән.




