Өфөлә рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындарында рейдтар үтә

Башҡалала рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындарында сираттағы рейдтар үтә. Граждандарҙы яҡлау идаралығы, полиция һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия хеҙмәткәрҙәре Теплое күлендә тикшереү уҙғарҙы. Билдәле булыуынса, миҙгел башынан батып барған иң күп кеше тап ошо күлдән ҡотҡарылды.

Фото №1 - Өфөлә рөхсәт ителмәгән һыу инеү урындарында рейдтар үтә

Ҡотҡарыусылар ял итеүселергә был күлдең хәүефле урындары барлығы хаҡында иҫкәртә. Һыу инеү өсөн тәүге хәүефле урын, ул ТЭЦ-2 каналы янында урынлашҡан. Икенсе ҡурҡыныс урын -Уфимка йылғаһына ҡойған һыу каналы.

Был урындарҙа һалҡын һәм йылы ағымдар ҡушыла. Шул урында кешенең хәле насарайыуы ихтимал. Температураның ҡапыл үҙгәреүе-бәхетһеҙ осраҡ сәбәбе була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Теплое күлендә һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы һәм туғыҙ йәшлек малайҙы ҡотҡаралар. 1 июлдә иһә күлдә тағы ла бер туғыҙ йәшлек малай һәләк була.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ