Июнь айы дауамында эвакуация буйынса уҡытыу саралары үтте. Барлығы 26 сауҙа-күңел асыу үҙәктәре эвакуациялана. Был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк.
Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, июнь айында егерменән ашыу сауҙа үҙгендә күнекмәләр үтә. Барлығы 5700 кеше эвакуациялана. Күнекмәләр ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге системалары, эвакуация юлдары тикшерелә.
Был күнекмәләр ваҡытында сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереү ҡағиҙәләре менән дә танышты. Киләсәктә эвакуация буйынса эштәр дауам итәсәк.




