Өфө янында автомобиль йөк машинаһы аҫтына инеп китә: ике кеше һәләк була

Ошо көндәрҙә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ваҡиға Ырымбур һәм Нагай юлдары киҫелешендә теркәлә.

«Юл патруле» хәбәр итеүенсә, «Мерседес» автомобиле водителе туҡтап торған йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Йөк транспорты иһә тәгәрмәсе тишелеү сәбәпле туҡтаған булған. Сит ил машинаһында дүрт кеше ултыра.

Уларҙың икәүһе ярҙам килмәҫ борон, ваҡиға урынында һәләк була. Ҡалғандары дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.