Өфөлә Калинин урамында транспорт хәрәкәте сикләнә

3 июлдә көн дауамында Калинин урамында транспорт хәрәкәте сикләнә. Был юл эштәренә бәйле. Тыныслыҡ урамынан алып Ульяновтар урамына тиклем өлөштә транспорттарға хәрәкәт итеү ваҡытлыса сикләнә.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асфальттың аҫҡы ҡатламын һалыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Ошо сәбәпле, иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт һигеҙгә тиклем юл ябыла.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә Орджоникидзе районында барлығы 18 юл участкаһында төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Ремонт барлыҡ объекттарҙа графикка ярашлы башҡарыла.