Башҡалала «Ағасты һаҡла!» экологик акцияһы үтәсәк

Аксаков исемендәге баҡсала 5 июлдә экологик акция үтәсәк. Бында макулатура йыйыласаҡ. Сарала башҡалала эшләп йәрәүсе йәштәр ҡатнашасаҡ.

Фото №1 - Башҡалала «Ағасты һаҡла!» экологик акцияһы үтәсәк

Макулатура йыйыу ағастарҙы ҡырҡыуҙы һәм ҡағыҙ етештереүгә киткән энергия сығымын кәметәсәк. Бер тонна макулатура 20-25 ағасты һаҡлап алып ҡаласаҡ. Уҙған йылда сарала ике тоннанан ашыу ҡағыҙ йыйыла.

Әүҙем ҡатнашыусылар диплом менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ, бүләктәр тапшырыласаҡ. Йыйылған аҡса церебраль паралич сире менән яфаланған ете йәшлек Эльдар Сафроновҡа йүнәлтеләсәк.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ