Республикала федераль трасса яңыртыла

Благовар һәм Шишмә райондарында бөгөн юлға асфальт һалынды. Төҙөкләндереү эштәре төбәктең 168 саҡрымында башҡарыласаҡ. Эш барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Фото №1 - Республикала федераль трасса яңыртыла

Асфальт юл бар талаптарға ярашлы һалына. Биш сантиметрҙан кәм дә, артыҡ та булмаҫҡа тейеш. Яңы юлдың тигеҙлеге лә бик мөһим. Асфальт түшәү буйынса оператор эште компьютер ярҙамында күҙәтә. Шуға ла ниндәй ҙә булһа тайпылыш күҙәтелмәй.

Әле беҙ инновацион СПАС технологияһын ҡулланабыҙ, Башҡортостанда бығаса ул ҡулланылмай ине. Технологияны сифат күҙәтеү хеҙмәте уйлап тапҡан. Уны төҙөүҙә Өфөнөң һауа шарттары, юл тығыҙлығы иҫәпкә алынған. Был асфальт элеккеһенән 20-30% оҙағыраҡ хеҙмәт итергә тейеш.

Илдар Мостафин, капиталь ремонт буйынса инженер

Юл ҡатламы СПАС технологияһы буйынса төҙөкләндерелә. Эштәр М7 трассаһының 5, М5 юлының 7 участкаһында һәм Р240 юлында башҡарыла. Ремонт заман технологияһына ярашлы эшләнә. Быға бәйле, белгестәр юл халыҡҡа оҙағыраҡ хеҙмәт итер тип күҙҙаллай.

Төҙөкләндереү эштәрен сентябрҙә тамамлау бурысы ҡуйылған. Шуға тиклем ремонт барған участкаларҙа ваҡытлыса транспортҡа реверсив хәрәкәт индерелә. Белгестәр тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ