Өфөлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше өлкәһенә бәйле программа үтәлешенә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте эксперттары һәм ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторҙары ҡатнашты.
Әңгәмә барышында билдәләнеүенсә, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереүсе 42 полигон һәм 12 сүп-сар сортировкалау комплексы эшләй. Шуға ҡарамаҫтан рөхсәт ителмәгән сүплектәр мәсьәләһе киҫкен тора. Был бигерәк тә ауыл еренә ҡағыла.
Республика көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса дүрт зонаға бүленгән, Межгорье ҡалаһы айырым биләмәне тәшкил итә. Төбәктәрҙә рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәрен күҙәтергә ОНФ ойошмаһының интерактив картаһы ла ярҙам итә. Сүплектәрҙең 30 проценты муниципалитеттар, ирекмәндәр көсө менән юҡ ителә.




