Федераль һалым хеҙмәте идаралығының һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләренең береһенә күтәрелеп махсус акция үткәрҙе. Уның барышында һалым органдары менән электрон бәйләнеш юлдары һыналды.
Диңгеҙ кимәленән 1582 метр бейеклектә Башҡортостанда йәшәүсе Айгөл Ғималетдинова менән Алмаз Чанышев интернет-сервисы ярҙамында килеменән һалымын түләне. Заман мөмкинлектәре сикһеҙ. Шул иҫәптән һалым түләүселәр өсөн дә.
Физик шәхестәр донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә үҙенә кәрәкле мәғлүмәт менән таныша, килеменә декларация тултыра һәм һалым түләй ала. Ирәмәлдән тороп ҡаҙнаға иғәнә индереү электрон сервистарҙың үҫеш күрһәткесе. Әйткәндәй, һалым түләргә теләк булғанда уны планетабыҙ орбитаһы тышынан тороп та башҡарырға мөмкин.
2013 йылда космонавт Павел Виноградов шул уҡ глобаль селтәр аша ергә һалымын халыҡ-ара йыһан станцияһынан түләгәйне. Был ваҡиға Гиннес рекордтар китабында теркәлгән.




