Республиканың мәғариф учреждениелары Турин процесында ҡатнашасаҡ

Был процесс һөнәри белем биреү системаһын яҡшыртыу маҡсатында башҡарыла. Быға бәйле, бөгөн Башҡортостан социаль технологиялар институтында халыҡ-ара форум үтте. Италия, Мәскәүҙән килгән белгестәр Европа комиссияһы ҡарамағындағы Европа мәғариф фонды тарафынан тәҡдим ителгән проект менән таныштырҙы.

Фото №1 - Республиканың мәғариф учреждениелары Турин процесында ҡатнашасаҡ

"Бергә эшләйбеҙ. Ғүмер буйы уҡыйбыҙ" лозунгы аҫтында барған Турин процесының маҡсаты ябай - һөнәри белем биреү өлкәһендә сәйәсәт булдырыу, төрлө илдәр тәжрибәһе буйынса мәғариф системаһын үҫтереү, эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу. Билдәле булыуынса, әлеге проектҡа донъяның утыҙҙан ашыу иле ҡушылған.

Форумдың темаһы: “Иғтибар үҙәгендә кеше”, тип атала. Бында беҙ яңы технологияларҙы нисек ҡулланырға, уҡытыу-тәрбиә эшендә ниндәй яңы алымдар барлығын белдек.

Марсель Солтанов, Өфө политехник колледжы директоры

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ