Ростов өлкәһендә табылған 41 яугирҙың һөйәктәре тыуған төйәгебеҙҙә күмелде

Ростов, Волгоград өлкәләренең һәм Башҡортостан эҙәрмәндәренең йыйылма отряды Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап үтте. Уның барышында 41 яугир араһынан унауһының шәхесе асыҡланған.

Фото №1 - Ростов өлкәһендә табылған 41 яугирҙың һөйәктәре тыуған төйәгебеҙҙә күмелде

Хәҙер белгестәр ҡалғандарының исемдәрен билдәләү буйынса эш алып барасаҡ. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың һөйәктәрен табыуы бер, уларҙың исемдәрен асыҡлау ауырға тура килә, ти Ростов өлкәһендә йәшәүсе билдәле яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов.

Хәҙер архивтарҙа эшләйәсәкбеҙ: һалдаттарҙың исемлеген табырға кәрәк. Мөмкинлектәр күп. Әле архивта һуғыш яланында немец ғәскәренең позицияларын таптылар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияның да ҡайҙа һуғыш алып барғанлығы билдәле.

Мәхмүт Сәлимов, отставкалағы подполковник, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ