Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары Кавказға юллана. Экспедицияла ҡатнашыусылар 3550 метр бейеклектәге тау түбәһенә күтәрелеп, уға Мостай Кәрим исеме ҡушылыуы хаҡында таҡтаташ ҡуясаҡ.
Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында әҙиптең яҡын дуҫы, билдәле шағир Ҡайсын Кулиев йәшәгән. Һуңғыһының исемен йөрөткән бейеклек күптән бар, билдәле булыуынса, ике тау ҙа бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү тәҡдиме урындағы хөкүмәт тарафынан да раҫланған.




